14 декабрь - Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бергә Башҡорт теле көнө лә билдәләнә.
14 декабрь - Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бергә Башҡорт теле көнө лә билдәләнә. Ошо байрам уңайынан беҙҙең Урғаҙа мәктәбендә төрлө саралар ойошторолдо. Тантаналы дөйөм линейкала уҡыусылар мәғрифәтсе-шағир М.Аҡмулла тураһында белемдәрен тупланылар, фильм ҡаранылар, Әминева Р. һәм Фролова В. башҡарыуында шиғырҙар тыңланылар. Уҡыусылар өсөн мәктәп фойеһында Аҡмулла мөйөшө, телсе-ғалимдар, башҡорт халҡының бөйөк яҙыусылары З.Биишева һәм Р.Ғарипов тураһында белешмәләр, көн һайын әйтә торған башҡорт һүҙҙәренән стенд ойошторолдо. Ҙур тәнәфестәрҙә балалар менән башҡорт халыҡ уйындары уйналды.
8-9 класс уҡыусылары өсөн лингвистик викторина үткәрелде. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән 5-7 класс уҡыусылары өсөн «Башҡорт теле – туған телем» исемле әҙәби-музыкаль сара үтте. Уҡыусылар шиғырҙар һөйләнеләр, йырланылар, Р.Ғарипов, Ж.Кейекбаев тураһында презентация ҡаранылар һәм кисә аҙағында ойошторолған интеллектуаль уйында әүҙем ҡатнаштылар. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында диктант яҙыу ойошторолдо.
Башҡорт теле көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хисаметдинова Г.З. тарафынан әҙерләнде һәм үткәрелде.