Башҡорт теле эстафетаһын тапшырыу

Март 21, 2020 Просмотров: 29

#еңеугә75йыл #башҡорттелеэстафетаһы#75летПобедыБаймак #МОБУСОШсУргаза #Патриотическоевоспитание

20 март көнө Башҡорт теле йылы сиктәрендә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап, Урғаҙа урта мәктәбендә “Башҡорт теле – туған телем” тип аталған сара үткәрелде.
Белем биреү учреждениелары араһында барған эстафетаны  Урғаҙа урта мәктәбе  Йомаш урта  мәктәбе вәкилдәренә тапшырҙы.
Сара мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, эстафетаны ҡабул итеүсе Йомаш мәктәбе вәкилдәре менән берлектә ауылыбыҙҙың Советтар Союзы геройы Пименов Иван Тимофей улы бюсына  веноктар  һалыуҙан башланды.
Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы һуғыш, батырлыҡ туаһында шиғырҙар һөйләп  ҡаршы алды. Артабан вәкилдәр мәктәпкә юлланды. Мәктәп алдында уларҙы икмәк, йыр менән ҡаршыланылар. Шулай уҡ сара һәр ҡатта уҡыусылар әҙерләгән концерт номерҙары менән бәйләнеп барҙы.Беренсе ҡатта Советтар Союзы Геройҙары Василий Данил улы Копылов һәм Пименов Иван Тимофей улына арналған мәңгелек ут янында шиғыр һөйләнелде. Шунда уҡ “Үлмәҫ полк ҡаршыланы”.

   2 -се ҡатта мәктәп музейында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарыбыҙ тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелде. Музейҙан сыҡҡас, фойела һабантуйҙан күренештәр  күрһәтелде.  Ике мәктәп уҡыусылары башҡорт көйө аҫтында “Тирмә” уйынын ихлас уйнанылар. Уҡытысылар  тарафынан “ Оҙатып вокзалдар ҡаршында”  йыры яңғырағас, Сосновка мәтәбе уҡыусылары, яуҙа ятып ҡалған батырҙарыбыҙға арнап,  “Мәк сәскәләре” бейеүен башҡарҙы.

   Һуңынан сара тамаша залында дауам итте.  Бында Бөйөк  Еңеүҙең  75 йыллығына арналған; башҡорт телен, рухын данлаған  шиғырҙар ятланылды, йырҙар , бейеүҙәр башҡарылды.

 Сара  аҙағында Урғаҙа урта мәктәбенең директоры Хасьянова Г.М. һәм уҡытыусылар, уҡыусылар Йомаш урта мәктәбенә эстафетаны тапшырҙы.  Кисә берҙәм рәүештә  “ Башҡорт телендә һөйләшәм “ йыры менән тамамланды.